среда, 7 августа 2013 г.

Афина тирәләй урман янғындары ҡоторона.


Афина халҡы, баш ҡала тирәләй яңынан-яңы территорияларҙы яулаған урман янғындарынан ҡурҡып, үҙ йорттарын ташлап китә. Янғын һүндереүселәр ут менән көрәшә, әммә эҫелек- термометр бағанаһы 40 градусҡа яҡынлашҡан- һәм көслө ел хәлде киҫкенләштерә.
Урман янғындары Грецияның бөтә көнсығыш ярҙарын ялмап алды. Властар бөтә регионда ғәҙәттән тыш хәл иғлан итте.
Янғындар күп тарихи һәйкәлдәрҙе, шул иҫәптән Марафон ҡалаһында, Эгей диңгеҙе утрауҙарында тиҫтәләгән йортто юҡ итте.
Ашығыс саралар күренә. Тәбиғәт ҡазаһы менән көрәшкә өҫтәмә көстәр, махсус техника оҙатыла.
Гректар 2007 йылғы фажиғәнең ҡабатланыуынан ҡурҡа, ул саҡта 10 көн эсендә урман янғындары һөҙөмтәһендә 65 кеше һәләк булғайны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий