среда, 7 августа 2013 г.

Американдар һәм британлылар Йәмәндән китә.


АҠШ һәм Бөйөк Британия үҙ граждандарын  күптән түгел илселектәрҙең эше туҡталған Йәмәндән кисекмәҫтән китергә саҡырҙы.
Эвакуацияға саҡырыу Ғәрәп ярымутрауында теракттар хәүефе хаҡындағы мәғлүмәт асылыуы менән бәйле. Һаҡлыҡ маҡсатынан уҙған аҙнала уҡ Вашингтон үҙенең Яҡын Көнсығыштағы һәм Африкалағы илселектәрен- йәмғеһе 30 самаһы офисты ваҡытлыса ябыу хаҡында иғлан иткәйне.
ҮРИ-ның элекке етәкселәренең береһе Чарльз Аллен ябай американлыларҙың яҙмышы өсөн борсолоуын белдерҙе:
Әгәр террористар яҡшы һаҡланған урындарға һөжүм итә алмаһа, улар үҙҙәренең иғтибарын туристарға һәм ябай граждандарға йүнәлтәсәк.
Махсус хеҙмәттәр “Әл-Ҡаиҙә лидерҙарының һәм уның Йәмәндәге бүлегенең хатлашыуын ҡулға төшөргәндән һуң, Аҡ Йорт именлек сараларын көсәйтте. Хәбәр итеүҙәренсә, һүҙ 2001 йылдан һуңғы иң ҙур заговор тураһында барыуы ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий