среда, 7 августа 2013 г.

Иран президенты һөйләшеүҙәр башлау яғында.


Иран президенты Хәсән Роухани Ислам республикаһы ядро прогаммаһы буйынса һөйләшеүҙәрҙә компромисс табырға мөмкинлеген белдерҙе.  Был турала Иран лидеры инаугурациянан һуң үткәрелгән тәүге матбуғат конференцияһында белдерҙе, “етди һәм йөкмәткеле диалогҡа” саҡырҙы.
Президент һайлауҙарында Роухани еңгәндән һуң, әгәр яңы хөкүмәт халыҡ-ара йөкләмәләрҙе етди үтәүгә һәм тыныслыҡ юлына йөҙ тотһа, Вашингтон Таһрандың ихлас партнеры булырға әҙер тороуын белдерҙе.
АҠШ-тың дәүләт департаменты вәкиле Джен Псаки:
Халыҡ-ара йөкләмәләрҙе үтәү һәм тыныс юлды табыу өсөн, улар билдәле аҙымдарҙы эшләргә тейеш. Шулай итеп, туп улар яғында.
Тантаналы анттан һуңғы телмәрендә Роухани Көнбайышҡа мөрәжәғәт итте, “санкциялар телен ҡалдырырға” һәм барыһын да һөйләшеүҙәр алып барыу ярҙамында хәл итергә саҡырҙы. Израиль прмьер-министры Беньямин Нетаньяхуның был турала фекере икенсерәк:
Иран президенты баҫым яһауҙан фәтүә юҡ, ти. Дөрөҫ түгел. Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә бер нәмәнән- ҡыҫымға алыуҙан ғына фәтүә бар. Әле лә көслө баҫым ғына файҙа бирәсәк.”
Мәскәү иһә Роуханиҙың белдереүен хупланы һәм яңы президентҡа иленең ядро программаһы буйынса һөйләшеүҙәрҙә ярҙам күрһәтергә саҡырҙы. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров ҡапма-ҡаршылыҡтар ултиматум ярҙамында түгел, диалог ярҙамында хәл ителергә тейешлеген белдерҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий