АҠШ президенты Барак Обама
сентябрь башында Петербургта буласаҡ “Ҙур егерме” саммитына киләсәк. Эдвард
Сноуденға һыйыныр урын биреү ваҡиғаһы Аҡ Йорт башлығының пландарына йоғонто
яһамаясаҡ. Барак Обама “егерме”эшенең һәм Рәсәй менән хеҙмәттәшлектең мөһимлеген
һыҙыҡ өҫтөнә алды, тик шул уҡ ваҡытта Мәскәүҙе тәнҡитләне лә:
“Рәсәй менән беҙҙең
уртаҡ эштәребеҙ күп, әммә ҡайһы саҡ улар “һалҡын һуғыш”идеяларына, фекерләү
ысулдарына әйләнеп ҡайта. Мин уларға һәр ваҡыт әйтә киләм, Путинға әйтәм, улар
үткән, ә беҙ киләсәк тураһында уйларға тейеш, хәҙер беҙҙең тағы ла тығыҙыраҡ
хеҙмәттәшлегебеҙгә кәртә булырлыҡ бер ниндәй ҙә сәбәп юҡ.”
Бөтә донъя интернет
ҡулланыусылары артынан күҙәтеү ойошторған Американың йәшерен программаһы
хаҡында мәғлүмәтте асҡан ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден күптән түгел Рәсәйҙә
бер йылға һыйыныу урын алды.
АҠШ адресына киҫкен
һүҙҙәрҙән, Мәскәү һәм Вашингтон мөнәсәбәттәрен ҡатмарландырырҙай эшмәкәрлектән тыйылып
тороу -Рәсәй властарының Сноуденға һыйыныу урын биреүенең төп шарты.
Комментариев нет:
Отправить комментарий