среда, 25 сентября 2013 г.

“Коста-Конкордия”ла элек табылмаған 2 пассажирҙың кәүҙәһен эҙләйҙәр.


“Коста-Конкордия”ла элек табылмаған 2 пассажирҙың мәйетен итальян ҡотҡарыусылары эҙләй, уҙған йылдың ҡышындағы һәләкәттән һуң, уларҙың кәүҙәләрен таба алмағайнылар. Эҙләнеүҙәр уҙған аҙнала лайнерҙы вертикаль торошҡа ҡуйғандан һуң мөмкин булды һәм уның менән Джильо утрауы янындағы һәләкәттән һуң эшләгән шул уҡ ҡотҡарыусылар командаһы шөғөлләнә.

Италияның Гроссето ҡаласығында иһә “Коста-Конкордия” капитаны Франческо Скеттино өҫтөнән суд дауам итә. Тәфтиш версияһы буйынса, һәләкәт өсөн тап ул яуаплы.

Франческо Пеппе, Франческо Скеттино адвокаты:
Капитан бәрелеүгә 4 минут ҡалғас команда биргән. Ул һис ҡасан яуаплылыҡтан баш тартмаһа ла, һәләкәт өсөн ул ғына ғәйепле тип раҫлау дөрөҫ түгел.”
Скеттиноның белдереүенсә, рулевой фарманды дөрөҫ үтәмәгән, һул яҡҡа боролор урынға ул киреһенсә эшләгән, шул арҡала карап рифҡа барып төртөлгән. Хәҙер адвокаттар, рифҡа барып менеүгә рулевойҙың хатаһы сәбәпсе булғанмы икәнлеген асыҡлар өсөн, лайнер корпусына өҫтәмә экспертиза үткәреүҙе талап итә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий