Бангладештың хоҡуҡ
һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре инде бишенсе көн дауам иткән тегеү фабрикалары
хеҙмәтсәндәренең ҙур манифестацияһын көс ҡулланып ҡыуып таратты. Ҡаршылыҡ
акцияһында ҡатнашыусыларға ҡаршы, ә уларҙың күпселеге ҡатын-ҡыҙҙар, полиция
резина пулялы ҡорал һәм йәш ағыҙыусы газ ҡулланды. Забастовка барышында 100-ҙән
ашыу кеше тән йәрәхәттәре алды.
Эшселәр хеҙмәт хаҡын
өс тапҡыр күтәреүҙе талап итә. Бөгөн улар айына 38 доллар ала- был донъялағы иң
түбән эш хаҡы. Фабрика хужалары “глобаль конъюктураның насар” булыуына һылтана
һәм хеҙмәт хаҡын 20 процентҡа ғына күтәрә алыуҙары тураһында белдерә. Бангладеш
-Ҡытайҙан ҡала иң күп туҡыма етештереүсе. Тегеү сәнәғәте йыл һайын күбеһенсә
АҠШ һәм Европа илдәренә экспортлау иҫәбенә илгә 20 миллиард доллар килем
килтерә. Был секторҙа 4 миллион кеше эшләй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий