четверг, 26 сентября 2013 г.

БМО Генассамблеяһында Ирандың ядро программаһы һәм АҠШ-тың шпионажы.


Нью-Йоркта үткән БМО Генераль ассамблеяһы сессияһында Ирандың ядро прогаммаһы төп темаларҙың береһе булды. Иран лидеры Хәсән Роухани АҠШ менән кисекмәҫтән һөйләшеүҙәр башларға  һәм ике яҡлы килешеү төҙөргә әҙер икәнлектәрен  белдерҙе. Барак Обама был ниәтте хупланы, элекке президент Мәхмүт Әхмәҙинежадтан айырмалы рәүештә ядро программаһы мәсьәләһендә Роуханиҙың “уртасыл курс” яҡлы булыуын билдәләп үтте.
Таһран һәм Вашингтон килешеүгә табан бер аҙым яһаһалар, Бразилия һөжүмгә күсте. Америка махсус хеҙмәттәренең Бразилиялағы шпионлыҡ эшмәкәрлеге арҡаһында, Дилма Русеф уҙған аҙнала Обама менән осрашыуҙы киссектерҙе, Генассамблеяла бик ныҡ тәнҡитләп, БМО-ны был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы:
“Информация һәм телекоммуникация технологиялары илдәр араһындағы яңы алыш майҙанына әйләнергә тейеш түгел. Киберкиңлектәрҙе яңы һуғыш ҡоралы рәүешендә ҡулланырға мөмкинлек бирмәү өсөн шарттар тыуҙырырға ваҡыт етте. Информация технологиялары менән бәйле проблемаларҙы яйға һалыуҙа Берләшкән Милләттәр ойошмаһы мөһим роль уйнарға тейеш,-”тип белдерҙе Русеф.
Ғауға сентябрь башында, Милли именлек агенствоһының Бразилия президенты Дилма Русефтың Мексика президенты Энрике Пенья Нето менән электрон бәйләнешен күҙәтеп барыуҙары асыҡланғас ҡупҡайны. Бындай мәғлүмәтте ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден бирҙе. Дилма Русеф Вашингтондың быға аңлатма биреүен талап итте һәм халыҡ-ара йәмәғәтселекте интернет менән идара итеү механизмын булдырырға саҡырҙы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий