четверг, 26 сентября 2013 г.

Ер тетрәү арҡаһында Пакистанда 327 кеше һәләк булды.


Пакистандың көньяҡ-көнбайышындағы ер тетрәү ҡорбандары 320-нән артып китте. Ҡотҡарыу эштәре дауам итә һәм ҡорбандарҙың һаны артыуы ихтимал. Был эштәрҙә хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә ҡатнаша. Алыҫтағы таулы райондарға ҡотҡарыусылар һәм гуманитар ярҙам вертолеттар менән оҙатылды. Зыян күреүселәр өсөн әйберҙәр йыйыу ойошторолдо.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, 350 кеше тән йәрәхәттәре алған. Урындағы хәстәханаларҙа урындар етешмәй. Етди яраланыусыларҙы Карачиға эвакуациялайҙар.

7,7 магнитудалы ер тетрәү Белуджистан провинцияһында булды, ер тетрәү Көньяҡ Азияның ҡайһы бер райондарында ла һиҙелде. Аваран ҡалаһы һәм уның тирә-яғы нығыраҡ зыян күрҙе- унда йорттарҙың 90 проценты емерелгән. Властар тиҙ арала 1000 кешелек палаткалы ҡаласыҡ ойошторҙо, әммә ул бөтә халыҡты ла һыйҙыра алманы һәм күптәр төндө асыҡ һауала үткәрҙе.


Ер тетрәү Оман ҡултығында бәләкәй генә утрау барлыҡҡа килтерҙе. Сейсмологтар аңлатыуынса, был һирәк осрай торған “батҡаҡ янартауы”. Балсыҡ һәм таштарҙан торған ҡалҡыулыҡтың структураһы ныҡлы түгел, шуға күрә ул киләһе аҙналарҙа юҡҡа сығасаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий