Иран президенты Хәсән
Роуханиҙың БМО Генераль ассамблеяһындағы сығышы иғтибар үҙәгендә. Иран лидеры
иленең ядро программаһы мәсьәләләре буйынса АҠШ менән кисекмәҫтән һөйләшеүҙәр
башларға әҙер булыуын белдергәйне инде. Роухани 3-6 ай эсендә килешеү төҙөүгә
йөҙ тота. Ул шулай уҡ халыҡ-ара йәмәғәтселекте донъя һәм регионға Иран хәүеф
тыуҙырмаясаҡ, тип ышандырҙы. Шул уҡ ваҡытта Израилдең ядро ҡоралы хаҡында иҫкә
төшөрөүҙе лә кәрәк тапты.
“Израиль- Ядро ҡоралын
таратмау хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуймаған региондағы берҙән-бер ил. Улар быны кисекмәҫтән
эшләргә тейеш. Тимәк, региондағы ядро технологиялары менән бәйле теләһә ниндәй
эшмәкәрлек Атом энергияһы буйынса халыҡ-ара агенство (МАГАТЭ) тарафынан
контролдә тотолорға тейеш,-”тип белдерҙе Хәсән Роухани.
Израилдән тыш Килешеүгә
Һиндостан һәм Пакистан да ҡул ҡуймаған. Рәсми рәүештә йәһүд дәүләте үҙендә атом
бомбаһы барлығын раҫлағаны ла, инҡар иткәне лә юҡ, әммә, байтаҡ эксперттарҙың
фекеренсә, Израиль ядро боеголовкалары һаны буйынса донъяла алтынсы урында
тора.
Комментариев нет:
Отправить комментарий