Законһыҙ һәм аҡсаһыҙ
фирҡә. Яңы ғына власть башында торған Мосолман туғандар” фирҡәһен нимә көтә?
Дүшәмбе Ҡаһирә суды Мысырҙағы “Мосолман туғандар”ҙы тыйыу хаҡында иғлан итте.
Фирҡәнең, уның контроле аҫтындағы структураларҙың финанс активтары тартып
алынырға тейеш. Исламистарҙың белдереүенсә, вердикт законһыҙ һәм
сәйәсиләштерелгән.
Хоҡуҡ өлкәһе
эксперттары иһә башҡа фекерҙә:
“Ҡарар ҡануниәткә ярашлы ҡабул ителде, уның
хоҡуҡи нигеҙе бар. Тыйыу ҡануниәттән сығып эшләнде, сәйәсәттең бында ҡыҫылышы
юҡ.”
Мысырҙың именлек
көстәре “Мосолман туғандар” ҡарамағындағы биналарҙы конфискациялай башланы.
Ассоциацияның төп баҫмаһы йәшәүҙән туҡтаны.
“Мосолман туғандар”ҙы
мысырлылар үҙҙәре, халыҡ тыйҙы,-ти Ҡаһирә кешеһе.-Улар менән берәү ҙә эш итергә
теләмәй. Был күңелһеҙ, әлбиттә, әммә улар үҙҙәре ғәйепле. Уларҙың сәйәсәте
уңышһыҙлыҡҡа осраны”.
Исламистар хәйриә
эштәре, ярлыларҙы социаль яҡлау арҡаһында популярлыҡ яуланы. Власҡа килгәс,
улар бер йыл эсендә үҙенең яҡлыларҙың күбеһенән ҡолаҡ ҡаҡты. Тик барыбер
уларҙың позициялары көслө әле. Исламистар баш һалырға уйламай, ҡаршылыҡ
акциялары, забастовкалар үткәреү менән янай.
“Евроньюс”хәбәрсеһе
Ҡаһирәнән хәбәр итә:
“Мысырҙың көн
тәртибендә мөһим мәсьәлә тора: “Мосолман туғандар” тыйылғандан һуң, милли
килешеүгә нисек ирешергә? Уларҙы сәйәси майҙандан алып ташланылар, ә бит
тиҫтәләрсә йыл буйы, тыйылған хәлдә лә, фирҡә илдә етди сәйәси көс булды һәм
хәҙер ҙә шулай булып ҡала.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий