суббота, 28 сентября 2013 г.

Рәсәй: “Гринпис”тың әүҙем ағзаларын ҡулға алыу менән бәйле суд ҡарарына апелляция бирәсәк.


 “Гринпис” хөкүмәттеке булмаған тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы активистарын ҡулға алыу менән бәйле Рәсәй суды ҡарарына апелляция бирәсәк, улар 18 сентябрҙә Баренц диңгеҙендәге нефть табыу платформаһы янында ҡулға алынған.
Бынан алда Мурманскиҙың Ленинск суды “Гринпис”судноһынан 22 кешене ике айға ҡулға алғайны, улар араһында 4 рәсәйле лә бар. Йома көн гринпислыларҙың 8 әүҙем ағзаһын ҡулға алыу срогын йәнә өс көнгә оҙайттылар. Суд йәкшәмбелә хөкөм сараһы мәсьәләһенә ҡайтанан ҡайтасаҡ.
Мурманскиҙағы матбуғат конференцияһында “Гринпис” адвокаты былай тип белдерҙе:
“Был ҡарарҙы ҡабул итеп, властар, минеңсә, хаталанды. Быны танырға теләмәүҙәре йәл, әлбиттә. Һөҙөмтәлә, тирә-яҡ мөхитте беҙҙең исемдән (рәсәйлеләр һәм сит ил кешеләре исеменән) яҡларға тырышҡан бер ғәйепһеҙ кешеләр төрмәгә эләкте.”
18 сентябрҙә ҡулға алынған Arctic Sunrise судноһында 19 илдән 30 кеше була. “Гринпис” активистары “Приразломная” платформаһына күтәрелергә маташа, әммә ФСБ-ның Мурманск өлкәһе буйынса Сик буйы идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан туҡтатыла.
Рәсәйҙең ҡайһы бер мәғлүмәт саралары йома көндө, Arctic Sunrise судноһында Рәсәй фотокорреспонденты Денис Синяковтың ҡулға алыныуына ҡаршылығын белдереп, материалдарына иллюстрацияларҙы һәм экрандағы һүрәттәрҙе томалап сығарҙы. Редакция эше буйынса “Гринпис”акцияһын яҡтыртыу менән шөғөлләнгән Синяковты азат итеүҙе талап итеп, прокуратураға Рәсәй Журналистар союзы мөрәжәғәт итте.
Тәфтишселәр пиратлыҡ хаҡында енәйәт эше асты, тик уның үҙгәртелеүе лә ихтимал, тип иҫәпләйҙәр.


Комментариев нет:

Отправить комментарий