понедельник, 16 сентября 2013 г.

Колорадоны һыу баҫа: 500 кеше хәбәрһеҙ юғалған.


Бөгөн Колорадола 500-ҙән ашыу кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, 5 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Һуңғы бер нисә көн эсендә көнбайыштағы был штатта күп айлыҡ яуым-төшөм булған, синоптиктарҙың әйтеүенсә, ямғырҙар әле туҡтарға уйламай.
Тәбиғәттең бишенсе ҡорбаны- Боулдер ҡалаһында йәшәгән ҡатын, уны күшеләренең күҙ алдында көслө ташҡын ағыҙып алып киткән.
Колорадола ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеп, өҫтәмә рәүештә ҡотҡарыусылар подразделениелары, техник саралар бүленгән, шуға күрә урындағы властар һыу айырған алыҫ төбәктәргә лә барып етергә ниәтләй.
“Халыҡты һауанан эвакуациялағанда, улар беҙгә төрлөсә сигнал бирергә тырыша,- тип һөйләй Колорадо Милли гвардияһы подполковнигы.- Фонарҙары булмаһа, кеҫә, телефон, ручка, асҡыс брелоктары фонарҙарын да ҡулланалар. Төнгө күҙәтеү приборҙары ярҙамында беҙ ул сигналдарҙы күрәбеҙ һәм кешеләрҙе эвакуациялайбыҙ.”
Һыу стихияһы мобиль бәйләнеш һәм электр тапшырыу линиялары вышкаларын емергән. Күҙәтеүселәрҙең билдәләүенсә, һүҙ “быуат ташҡындары”хаҡында ғына түгел, “мең йыллыҡ ташҡындары”хаҡында бара.


Комментариев нет:

Отправить комментарий