пятница, 13 сентября 2013 г.

Һиндостан: көсләүселәргә- үлем язаһы.


Һиндостанда медицина факультетында уҡыған студент ҡыҙҙы көсләүселәргә үлем язаһы бирергә ҡарар сығарылған. Дели суды ҡыҙҙы көсләгән 4 әҙәмде аҫып язалауға хөкөм иткән. Енәйәт уҙған декабрҙә эшләнгән. Врачтар 2 аҙна буйы 23 йәшлек Джоти Сингхтың ғүмере өсөн көрәшкән, әммә ҡыҙ алынған йәрәхәттәрҙән һәләк булған.
Енәйәт эшләүҙә 6 кеше ҡатнашҡан. Ғәйепләнеүселәрҙең береһе төрмәлә үҙ-үҙенә ҡул һалған. Йәнә бер бәлиғ булмаған енәйәтсе уҙған аҙнала максималь язаға тарттырылған- ул холоҡ төҙәтеү колонияһында өс йыл ултырасаҡ.

Суд алдынан ҡорбан булған ҡыҙҙың әсәһе Джотиҙың бөтә ил ҡыҙына әйләнеүен, шуға күрә ғәҙел хөкөмдө бөтә ил көтөүен белдерҙе. Был енәйәт Һиндостан йәмәғәтселегендә ҙур яңғыраш тапты. Бөтә ил буйынса енәйәтселәргә яза биреүҙе һәм ҡануниәтте ҡатыландырыуҙы талап итеп ҡаршылыҡ акциялары үтте. Хәҙер күмәкләп көсләүселәргә минималь яза- 20 йыл. Әгәр енәйәт ҡорбаны һәләк булһа, суд енәйәтселәргә үлем язаһы бирә ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий