пятница, 13 сентября 2013 г.

Сүриә конфликты: Женевала Сергей Лавров һәм Джон Керриҙың һөйләшеүҙәре башланды.


Женевала АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Керри һәм Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров һөйләшеүҙәр башланы. Төп тема- Рәсәйҙең Сүриә химик ҡоралын халыҡ-ара контролгә тапшырыу хаҡындағы инициативаһы хаҡында фекер алышыу.
Һөйләшеүҙәр алдынан Джон Керри былай тип белдерҙе:
“Бөтә донъяның иғтибары шуға йүнәлтелгән: химик арсеналынан баш тартырға һүҙ биргән Асад режимы алған йөкләмәһен үтәрме, донъяның иң ҡеүәтле ике державаһы уны вәғәҙәһен үтәргә мәжбүр итә алырмы.”
Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы Сергей Лавров үҙ сиратында былай тип белдерҙе:
“Беҙ шунан сығып эш итәбеҙ: химик ҡорал мәсьәләһен хәл итеү Сүриәгә һөжүм яһау зарурлығын юҡҡа сығара. Америка партнерҙарыбыҙ проблеманы тыныс юл менән хәл итеү яғында тороуына ныҡлы ышанам.
Лавров һәм Керриҙың һөйләшеүҙәре кесаҙна кис Женеваның Intercontinental ҡунаҡханаһында башланды. Йома ул дауам итәсәк һәм һөйләшеүгә ике яҡтан да химик ҡорал буйынса белгестәр ҡушыласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий