четверг, 12 сентября 2013 г.

Сүриә ҡасаҡтары Ганноверҙа.


Германия ҡабул итергә йөкләмә алған 5 мең Сүриә ҡасағының 107-һе шаршамбы Ливандың баш ҡалаһы Бейруттан Ганноверға килеп төштө. Ике аҙна тирәһе күскенселәр лагерында булғандан һуң, уларҙы төрлө федераль төбәктәргә ебәрәсәктәр. БМО-ның Ҡасаҡтар эше буйынса агенство вәкилдәре һүҙҙәре буйынса, улар араһында Сүриәлә көс ҡулланыуға дусар булғандар ҙа бар.
“Илебеҙҙәге хәлдәрҙең насарайыуы арҡаһында, Германияға килдек, ҡусты һәм һеңлеләрем  бында белем ала алыр, тип өмөтләнәм,-”ти Сүриә ҡыҙы.
Немецтарҙың оппозиция фирҡәләре һәм күп кенә хоҡуҡ һаҡлаусылары фекеренсә, Германия властары күберәк тә ярҙам итә алыр, Сүриәнең 50 мең тирәһе кешеһен ҡабул итә алыр ине.
“Һандарға күҙ һалыу ҙа етә: 2 миллион кеше илдән киткән,-ти Amnesty International ойошмаһы вәкиле.-Бынан тыш ил эсендә лә йорттарын юғалтҡан 4 миллион ҡасаҡ бар. Был программаны Германия ғына киңәйтеп ҡалмай, Европа ла унда ҡатнашһа ине.”
Әле Ливандағы Сүриә ҡасаҡтары һаны- 700 мең. 400 мең ҡасаҡ булған Төркиәнән айырмалы рәүештә бында уларға бер ниндәй ҙә ярҙам ойошторолмаған тиерлек.
Германия властары сүриәлеләр өсөн үҙ иле ишектәрен киң асырға йыйынмай, төп иғтибарҙы конфликт барған региондағы ҡасаҡтарға ярҙам ҡулы һуҙыуға бүлергә кәрәк, тип иҫәпләй.


Комментариев нет:

Отправить комментарий