четверг, 12 сентября 2013 г.

Польша профсоюздары 4 көнлөк ҡаршылыҡ акцияһын башланы.


Польша профсоюздары күп һанлы манифестациялар һәм парламент бинаһы алдындағы палаткалы ҡаласыҡ менән 4 көнлөк ҡаршылыҡ акцияһын башланы. Поляктар властарҙың пенсияға сығыу ваҡытын 67 йәшкә ҡәҙәр күтәрергә ҡарар итеүенә һәм хеҙмәт ҡануниәте реформаһына ҡаршы сыға. Шаршамбы, Варшава үҙәгендәге демонстрация арҡаһында, бер нисә сәғәткә транспорт хәрәкәте туҡталып торҙо.


Комментариев нет:

Отправить комментарий