среда, 11 сентября 2013 г.

Ике Корея Кэсон сәнәғәт зонаһын асыу хаҡында килеште.


Кэсон индустриаль зонаһы үҙенең эшен 16 сентябрҙә ҡайтанан башлаясаҡ- Төньяҡ һәм Көньяҡ Корея шул турала килеште. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сәнәғәт зонаһының эше ошо йылдың апрелендә Сеул һәм Пхеньян араһындағы сираттағы көсөргәнешлек ваҡытында туҡтатылғайны. Кэсонды асыу хаҡындағы ҡарар уртаҡ Корея-ара комплекс менән идара итеү комитетының икенсе ултырышында ҡабул ителде. Уның вәкиле һөйләй:
“Ике яҡ та мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу яғында, шуға күрә беҙ Кэсон комплексы эшен мөмкин ҡәҙәр тиҙерәк тергеҙергә булдыҡ. Уйлауымса, Төньяҡ Корея ошондай уҡ фекерҙә.”
Ике ил индустриаль парк территорияһына Көньяҡ Корея персоналын тотҡарлыҡһыҙ үткәреү һәм, күрелгән зыянды ҡаплатыу өсөн, ошо йыл аҙағына ҡәҙәр Кэсонда эшләүсе Көньяҡ Корея компанияларын һалымдан азат итеү тураһында килеште.

Кэсон комплексында 120-нән ашыу Көньяҡ Корея компанияһы бар ине һәм унда Көньяҡ Кореяның 900 хеҙмәткәре, 50 меңдән ашыу КХДР гражданы эшләй ине.

Комментариев нет:

Отправить комментарий