вторник, 17 сентября 2013 г.

Талиптар бөтә ҡатын-ҡыҙ полицейскийҙарҙы үлтереү менән янай.


Дүшәмбе көн Афғанстандың Гильменд провинцияһы хәстәханаһында юғары пост биләгән полиция хеҙмәткәре вафат булды. Шунан бер көн алда билдәһеҙ кешеләр 38 йәшлек Нигарға бер нисә тапҡыр атҡан. Провинция баш ҡалаһы Лашкар Гар ҡаласығындағы полиция штабы янындағы һөжүм өсөн яуаплылыҡты бер төркөм дә үҙ өҫтөнә алмаған.
Һәләк булған ҡатындың улы Хәмитйән һөйләй:
 “Мин эшкә барырға йыйына инем, әсәйемә штабҡа ҡәҙәр скутерҙа алып барырға тәҡдим иттем, әммә ул, артынан машина киләсәген әйтеп, баш тартты. Ә аҙаҡ миңә шылтыраттылар һәм уға һөжүм итеүҙәре хаҡында хәбәр иттеләр.”
Һуңғы айҙарҙа Гильменд провинцияһындағы ҡатын-ҡыҙ полицейскийҙарға яһалған өсөнсө һөжүм был. Регионда талип отрядтары актив хәрәкәт итә, шулай уҡ опиум мәге үҫтерелә.
“Беҙ талиптарҙан янауҙарҙы күп ишеттек. Киләһе өс ай эсендә улар беҙҙе юҡ итергә, Гильменд полицияһында эшләгән бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙы үлтерергә вәғәҙә итә,-”ти полиция хеҙмәткәре.

Афғанстан полицияһында ҡатын-ҡыҙҙар бер проценттан саҡ ҡына кәмерәк. Хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы 1600 ҡатын-ҡыҙҙың 30-ы Гильменд провинцияһында эшләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий