21 августа Дамаск
ситендә ҙур масштабта химик ҡорал ҡулланылған. БМО эксперттары был хәл булған
урында алынған өлгөләрҙә зарин нервы-паралитик газ эҙҙәрен тапҡан.
“1988 йылда Халабияла
Саддам Хөсәйен химик ҡорал ҡулланғаны бирле, был раҫланған иң етди факт булып
тора һәм ул XXI быуаттағы иң ҙуры ла,”-тип белдерҙе Именлек советындағы
брифингынан һуң БМО-ның генераль сәркәтибе Пан Ги Мун.
Уның һүҙҙәре буйынса,
БМО инспекторҙары яҡын арала, Алеппо ситендә химик һөжүм булыу-булмауын
тикшереү өсөн, Сүриәгә йәнә киләсәк. Ул Женевалағы Рәсәй һәм АҠШ араһындағы
Сүриәләге химик ҡоралды юҡ итеү хаҡындағы килешеүҙе хупланы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий