понедельник, 2 сентября 2013 г.

Интервенцияны кисектерәләр.


АҠШ президенты Барак Обама Сүриәлә ҡораллы көстәрҙе файҙаланыу ниәте менән конгресҡа рәсми һорау ебәргән. Ҙур булмаған документ химик ҡоралды ҡулланыу һәм таратыуҙы тыйыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Хәбәр итеүҙәренсә, Америка парламентарийҙары был мәсьәләне тикшереүгә 9 сентябрҙә тотонасаҡ.
Ил эсендә һуңғы бер нисә тиҫтә йыл эсендә тәүге тапҡыр операция киң яҡлау тапманы. Шәмбе көн Барак Обама Бәшәр Асад яҡлыларҙың объекттарына һөжүм яһау кәрәклеге хаҡында иғлан иткәндә, Аҡ йорт алдында һуғышҡа ҡаршы манифестация бара ине. Һорашыуҙар буйынса, Обаманың пландарын американлыларҙың дүрттән бер өлөшө генә яҡлай, ә 10 йыл элек, Иракка баҫып инеүҙе халыҡтың 70 проценты яҡлап сыҡҡайны.
Сит илдәрҙә лә АҠШ-тың актив союздаштары юҡ. НАТО-ның күпселек илдәре һаҡ ҡына мораль ярҙам тураһында белдерә, әммә һуғышҡа ҡыҫылырға иҫәптәре юҡ.
Шәмбе сығыш яһағанда, Барак Обама һөжүмде АҠШ-тың бер үҙе лә яһарға һәләтле булыуын аңғартты.
Франция- Вашингтондың пландарын тулыһынса яҡлаған һәм ғәскәр ебәрергә әҙер торған берҙән-бер ил. Тик йәкшәмбе көн унда ла, әгәр Америка конгресы ризалыҡ бирмәһә, Париж бер үҙе һөжүмгә тотона алмаясағын белдерҙеләр.



Комментариев нет:

Отправить комментарий