вторник, 3 сентября 2013 г.

Сүриәләге хәлдәр: Франция халыҡ-ара коалиция төҙөлөүен көтә.


Францияның Сүриәләге хәлдәргә бағышланған Милли йыйылышына 2 көн ҡалғас, премьер-министр Жан-Марк Эро илдең күренекле сәйәсмәндәре менән осрашты. Ул уларҙы 21 августағы кәм тигәндә 281 кешенең үлеменә алып килгән Дамаск янындағы химик һөжүмде Бәшәр Асад режимы яһаған тип раҫлаусы француз разведкаһы мәғлүмәттәре менән таныштырҙы.
“Шаршамбы тауышҡа ҡуймай ғына дебаттар үткәреләсәк, сөнки коалиция төҙөлгәс, ҡарарҙы республика президенты ҡабул итәсәк, ә коалиция шуны аңғартырға тейеш: “Cүриәлә диктатор Бәшәр Асад үҙ халҡына ҡаршы башҡаса химик ҡоралды ҡулланмаҫҡа тейеш,-” тине премьер-министр.
Франция конституцияһына ярашлы, ҡыҫҡа ваҡытлы хәрби операция башлау өсөн, президентҡа Милли йыйылыштың ризалығы кәрәкмәй. Шуға ҡарамаҫтан, күп депутаттар, АҠШ һәм Бөйөк Британиялағы кеүек, мәсьәләне тауышҡа ҡуйыу яғында.
Өҫтәүенә НАТО генераль сәркәтибе Андерс Фог Расмуссен иғлан итеүенсә, НАТО Сүриәгә ҡаршы операцияла ҡатнашмаясаҡ, әммә ул үҙе Дамасктың ғәйепле булыуына шикләнмәй:
“Шуны әйтә алам: үҙемә ҡалһа, химик һөжүмдең яһалыуына һәм уны яһау тулыһынса Сүриә режиме өҫтөндә булыуына ышанам.”
Рәсәй президенты Владимир Путин иһә, Рәсәй закон сығарыусыларының Вашингтонға барып, АҠШ Конгресындағы коллегалары менән осрашып, Сүриәләге хәлдәр хаҡында әңгәмәләшергә теләк белдереүен яҡланы. Уның әйтеүенсә, бындай диалог Сүриә проблемаһын сәйәси юл менән хәл итергә мөмкинлек биреүе ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий