суббота, 21 сентября 2013 г.

Сүриә баш күтәреүселәре армия һәм бер-береһе менән һуғыша.


Сүриәлә баш күтәреүселәренең хөкүмәт ғәскәрҙәре менән һуғышы дауам итә. Сүриә азатлыҡ армияһы һуғышсылары Эриха ҡалаһын ҡулға төшөрөргә маташа. Был стратегик пункт хөкүмәт көстәре ҡулы аҫтындағы Латакия һәм алыштар дауам иткән Идлиб, Алеппо ҡалалары араһында ята. Баш күтәреүселәр Эрихала бер нисә армия базаһын ҡулға төшөрөүҙәре хаҡында һөйләй.
Баш күтәреүселәр йылдан ашыу үҙ контроле аҫтына алырға маташҡан Алеппо янында ла һуғыштар бара. Уларға үҙ-ара барған күп һанлы ыҙғыштар ҡамасаулай. Ошо көндәрҙә бер төркөмдөң боевиктары Сүриә азатлыҡ армияһына ингән “Төньяҡ бураны” бригадаһын тар-мар иткән һәм Төркиә сигенә яҡын торған Аазаз ҡалаһын баҫып алған.

Сүриә мәсьәләһен яйға һалыуға йүнәлтелгән дипломатик тырышлыҡтар әлегә һөҙөмтәһеҙ. Йәкшәмбегә тәғәйенләнгән химик ҡоралды тыйыу буйынса БМО Башҡарма советы ултырышы билдәһеҙ ваҡытҡа ҡәҙәр кисектерелгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий