пятница, 20 сентября 2013 г.

Швейцарияла референдум: мәжбүри әрме хеҙмәте кәрәкме, әллә кәрәкмәйме?


Ил граждандары киләһе ял үтәсәк референдум һорауҙарына яуап бирергә әҙерләнә. Плебисцит инициаторҙары- “Армияһыҙ Швейцария” ойошмаһы. Армия- ҡиммәт һәм кәрәкһеҙ нәмә, тип иҫәпләй уның активистары. Милли именлек өлкәһе эксперты һөйләй:
“Мәжбүри хәрби хеҙмәт иҫкерҙе. Беҙ уны артабан финанслай алмайбыҙ, сәйәси йәһәттән дә уның мәғәнәһе юҡ. Армия милли оборонаның классик хәлдәре өсөн тәғәйенләнгән. Ә был инде мөмкин булмаған хәл.”
Һөңғы  ике быуат эсендә Швейцария армияһы 1798 йылда, Наполеон Бонапарт баҫып ингәндә генә кәрәк була, әммә Швейцария оборона ведомствоһы фекеренсә, мәжбүри хәрби хеҙмәт ҡалырға тейеш. Оборона министры Ули Маурер:
“Ихтыяри нигеҙҙәге хәрби хеҙмәт күпкә хөртөрәк буласаҡ. Беренсенән, был ҡиммәтерәк, икенсенән, армия ул саҡта бик үк компетентлы булмаясаҡ. Үҙ теләге менән хеҙмәт итергә теләүселәрҙең һанын да белмәйбеҙ, ғөмүмән, булырмы икән улар, шуға күрә беҙ именлегебеҙ өсөн тыныс була алмаясаҡбыҙ. Мәжбүри хәрби хеҙмәт беҙгә бик кәрәк.”
18 йәштән 34 йәшкә тиклемге һәр бер Швейцария ир-аты мотлаҡ хәрби хеҙмәт үтергә тейеш- һуңғы һорашыу мәғлүмәттәре буйынса, граждандарҙың 63 проценты шуны яҡлай. 31 проценты иһә быға ҡаршы.



Комментариев нет:

Отправить комментарий