Кениялағы теракт илдең
иҡтисадына етди зыян килтереүе ихтимал. Кениялағы туризм өлкәһе әйләнеше- 1
миллиард евро, был ВВП-ның 10 проценттан ашыуы тигән һүҙ. Туризм өлкәһендә 150
мең кеше эшләй. “Евроньюс” телеканалы телефон аша сәфәр ойоштороусы Кения
эшҡыуары менән бәйләнешкә инде. Анонимлыҡ шарттарында ул үҙен хәүефләндергән
нәмәләр хаҡында һөйләне:
“Беҙ ярҙамға
мохтажбыҙ. Кенияны күрергә килеүсе эшҡыуарҙар һәм туристар- ысын мәғәнәһендә Кенияны
яҡлаусылар. Халыҡ-ара йәмәғәтселек беҙҙе ташламаҫҡа тейеш. Иҡтисадыбыҙ
туристарҙың беҙгә килеүенә бәйле. Һеҙҙең Кенияға килмәҫкә ҡарар итеүегеҙ
террористарға ҡулай, улар шуға ирешергә теләй ҙә инде,-”ти эшҡыуар.
“Кения халҡы бик
түҙемле. Һуңғы йылдарҙа беҙгә күпте кисерергә тура килде, беҙ бер-беребеҙҙе
яҡшы беләбеҙ. 1998 йылда теракт булды, биш йыл элек һайлауҙарҙан һуң
сыуалыштар. Бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙғанда ғына донъяла тыныслыҡ буласағын
халыҡ-ара йәмәғәтселек аңлар, тип өмөтләнәм, шуға күрә лә “Кенияға килегеҙ,-”тип
әйтәм,-”тип тамамлай һүҙен туризм өлкәһе вәкиле.
Комментариев нет:
Отправить комментарий