вторник, 24 сентября 2013 г.

Найроби: ҡотолоу өсөн, аманатҡа алыныусылар тәҙрәләрҙән һикергән.


Кения, илдең баш ҡалаһы Найроби сауҙа үҙәгендәге фажиғәле теракттан һуң, яйлап үҙ хәленә ҡайта. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, “Уэстгейт”.сауҙа үҙәгендә аманатлыҡҡа алыу һөҙөмтәһендә, 62 кеше һәләк булған, 200-ләбе яраланған. Һөжүм итеүселәр тарафынан 13 йәшлек Рутвик Пател тән йәрәхәттәре алған. Ғаиләһе малайҙарының үлемдән саҡ ҡалыуына һаман ышанып етә алмай.
“Ул мәктәптән һуң сауҙа үҙәгенә инеп сығырға булған,- ти Рутвиктың атаһы.-Тап шул саҡ террористар бәреп килеп инә һәм ата башлай. Ҡотолоу өсөн, улым тәҙрәне вата һәм 5 метр бейеклектән һикерә.”
Кения баш ҡалаһы хәстәханалары яңынан-яңы яралыларҙы ҡабул итә. Өс көн ҡамауҙа торған сауҙа үҙәгендә тиҫтәләрсә кеше ашамай-эсмәй террористар ҡулында ултыра. Биналағы янғын һәм штурм арҡаһында аманатҡа алыныусыларҙың нисәүһе зыян күреүе әле булһа аныҡ ҡына билдәле түгел.
“Шул ҡәҙәр кешенең зыян күреүе- ҡыҙғаныс хәл,- ти ҡала кешеһе.-Барыһы ла шаңҡып ҡалды. Был енәйәтте планлаштырған ул әҙәмдәрҙе беҙ эҙәрлекләргә, табырға һәм юҡ итергә тейеш.”
Австралия ҡыҙы Хайди Эдвардс теракт ваҡытында мөғжизә менән генә иҫән ҡалған.
“Ни өсөндөр “Персонал өсөн генә” тигән яҙыулы ишеккә һикерҙем, ул асыҡ булып сыҡты. Минең арттан башҡа кешеләр ҙә йүгерҙе, шул рәүешле беҙ ҡотолдоҡ,-”тип хәтерләй Хайди.
Хәҙер халыҡҡа тормошто яйға һалырға кәрәк. Әлеге теракт, 1998 йылда “Әл-Ҡаиҙә”террористары АҠШ илселеге янында бомба шартлатып 200 кешене һәләк иткәне бирле, иң ҙуры.



Комментариев нет:

Отправить комментарий