Киң
мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, бевиктарҙың Кения баш ҡалаһы Найробиҙың Westgate сауҙа үҙәгенә
һөжүме ҡорбандары арта. Франс пресс агенствоһы кәм тигәндә 68 кешенең һәләк
булыуы хаҡында хәбәр итә. Был һандың артыуы ихтимал. Теракт өсөн яуаплылыҡты “Аш-Шабаб”
Сомали исламистар төркөмө үҙ өҫтөнә алды. Боевиктарҙың 30 кешене аманатлыҡҡа
алыуы тураһында хәбәр ителә. Кенияның көс структуралары террористарҙы
нейтралләштереү һәм аманатлыҡҡа алыныусыларҙы азат итеү буйынса операцияны
дауам итә.
Мәғлүмәт агенстволары
хәбәр итеүенсә, операцияға Израиль спецназы ҡушылған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр
буйынса, бина эсендә 10-15 боевик бар.
Шәмбе ҡораллы кеешеләр
төркөмө сауҙа үҙәгенә бәреп инә һәм ундағы кешеләргә ут аса. Тиҫтәләрсә кеше
һәләк була. Ҡорбандар араһында сит ил граждандары күп.
Мәғлүмәт агенстволары
яралыларҙың йөҙҙәрсә булыуы хаҡында хәбәр итә. Франция гражданкаһы Найробиҙан
шулай тип хәбәр итте:
“Яралылар араһында
миңә таныш булған француз ҡатыны ла бар. Ул, аяғы яраланып, хәстәханаға
оҙатылды. Уның хаҡында әлегә яңылыҡтар юҡ. Ҡатындың 8 һәм 5 йәшлек ике балаһы бар. Террористар
әсәһен яралағанды ул балалар күрҙе. Бындай масштаблы һөжүмдәр булғаны юҡ ине
әле.”
Найроби хәстәханалары
хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, врачтарҙың шул ҡәҙәр күп яралыларҙы дауаларға хәленән
килмәй, медицина учреждениеларында яралыларға ебәреү өсөн ҡан етешмәй. Йөҙҙәрсә
кениялы зыян күреүселәр өсөн ҡан тапшыра.
Комментариев нет:
Отправить комментарий