вторник, 3 сентября 2013 г.

Дарио Гамбарин: ҡылҡәләм урынына- һабан.


Италияның Верона ҡалаһы янындағы баҫыуҙа Рим папаһы Францисктың ғәләмәт ҙур портреты. Лэнд-арт стилендә эшләүсе Италияның рәссам-фермеры Дарио Гамбарин, йөҙ метрлыҡ һүрәт төшөрөү өсөн, тракторҙы файҙаланған. Ҡылҡәләм урынына- һабан. Портретты яһауға 6 сәғәт ваҡыт киткән. Был портрет- рәссамдың һуңғы эштәренең береһе.

 Бынан алда Гамбарин Америка президенты Барак Обаманың портретын яһаған, башҡа эштәр эшләгән, мәҫәлән, Эдвард Мунктың “Ҡысҡырыу”картинаһының иҫ киткес ҙур репродукцияһын төшөргән.

 Әйтергә кәрәк, уның сәнғәт әҫәрҙарен бейектән генә ныҡлап баһаларға мөмкин. Бер аҙ ваҡыттан һуң, картиналар юҡ ителә һәм баҫыу йәнә үҙ бурысын үтәй башлай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий