четверг, 5 сентября 2013 г.

Германия президенты Орадур-сюр-Гланда: “Үҙеңде ғәйепле һанауҙы мин яҡшы беләм.”


 Германия президенты Йоахим Гауктың Орадур-сюр-Глан ауылындағы мемориаль комплексты барып күреүен журналистар тарихи тип атаны.
Француз республикаһы башлығы һәм ауылдың яза ваҡытында иҫән ҡалған ике кешеһе менән Йоахим Гаук немец президенттарынан беренсе булып 1944 йылдың июнендә “Рейх” дивизияһы эсэсовсылары һәләк иткән 642 ир, ҡатын-ҡыҙ һәм бала-сағаны хөрмәтләп иҫкә алды.
Ике дәүләт башлығы ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар тереләй яндырылған сиркәүҙә, ирҙәр атып үлтерелгән амбарҙа булды.
“Дөрөҫлөк кенә килешеүгә нигеҙ була ала,-тип белдерҙе Франсуа Олланд.- Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланғандың икенсе көнөндә беҙҙең ике дәүләтебеҙ, бында Конрад Аденауэр һәм Шарль де Голлгә тейешле баһа бирергә кәрәк, үткәнде ҡалдырып, киләсәкте берләштерергә булды.”
“Енәйәтте немец командование аҫтындағы һалдаттар эшләгән,- тип белдерҙе үҙ сиратында Йоахим Гаук.-Шуға күрә, күпме генә ваҡыт үтһә лә, һәр немец өсөн бында килеү -ауыр һынау...”
Орадур-сюр-Глан харабалары, 1946 йылда тарихи һәйкәл тип иғлан ителгәне бирле, үҙгәрешһеҙ тора.
 “Мин һуғыш ваҡытында тыуҙым, шуға күрә үҙеңде ғәйепле һанау тигән нәмәне яҡшы беләм,-”тине Германия президенты яза ваҡытында иҫән ҡалған ҡартҡа.


Комментариев нет:

Отправить комментарий