9 сентябрҙә Сенат һалым
түләүҙән ҡасыуҙа ғәйепле тип табылған Сильвио Берлускониҙы парламент мандатынан
мәхрүм итеү мәсьәләһен ҡараясаҡ. Берлускони һаман да идара итеүсе коалицияның
уң үҙәгенә етәкселек итә, шуға күрә, тауыш биреүселәр был мәсьәләне ыңғай хәл
итһә, илдәге хәлдәр ҡатмарланып китеүе ихтимал. Берлускониҙың “Азатлыҡ халҡы”фирҡәһе
буйынса арҡаҙаштары, әгәр башлыҡтарына сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә
рөхсәт итмәһәләр, коалициянан сығыу менән янаны.
Мауриццио Гаспарри һүҙҙәре буйынса,
Берлускониҙы Сенаттан сығарған осраҡта, сәйәси зыян ифрат та ҙур буласаҡ һәм Италиялағы
сәйәси хәлдәр көрсөккә терәлеүе мөмкин. “Был беҙҙең фирҡәнең генә түгел,
эксперттарҙың да фекере,-”тип өҫтәне Гаспарри.
Хөкүмәт коалицияһындағы башҡа ағзаларҙың
фекеренсә, әгәр Берлускони хөкүмәтте емереүгә барһа, уның сәйәси һәм иҡтисади
эҙемтәләре өсөн үҙе яуаплы буласаҡ:
Демократик фирҡәнең элекке президенты Роза Бинда былай
тип белдерҙе:
“Әгәр “Азатлыҡ
халҡы” хөкүмәтте яҡлауҙан баш тартһа, беҙ һөйләшеүҙәр алып бармаясаҡбыҙ, эште
яйлайым тип, төрлө фирҡә депутаттары артынан сабып йөрөмәйәсәкбеҙ.”
Август аҙағында кассацион суд Берлускониҙың, һалымдан
ҡасып, мутлашыу схемалары төҙөүен раҫланы, был иһә сәйәсмәнде Сенаттан
сығарыуға ныҡлы нигеҙ бар тигән һүҙ. Ғөмүмән, ваҡиғалар Италияны ваҡытынан
алда һайлауҙар үткәреүгә этәреүе ихтимал.
Комментариев нет:
Отправить комментарий