четверг, 5 сентября 2013 г.

ONCE -Астурия премияһы лауреаты.


Испанияның Овьедо ҡалаһында- Астурия Кенәзлеге автономия өлкәһенең административ үҙәгендә шаршамбы көн Астурия Кенәзе премияһының “Берҙәмлек”категорияһындағы лауреаты аталды. Был абруйлы премияның 8 категорияһы бар.
Жюри рәйесе, региональ хөкүмәт башлығы Хавьер Фернандес лауреаттың исемен атаны:
“Премия һуҡырҙарға ярҙам итеүсе Испания Милли Ассоциацияһына(ONCE) бирелә, ул 75 йыл буйы миллиондарса кешеләрҙең социаль интеграцияһы, лайыҡлы тормошо өсөн көрәшә. Был ойошма күп халыҡ-ара инициативаларға өлгө була ала.”
Испанияның Һуҡырҙарға ярҙам итеү Милли Ассоциацияһы- мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемалары менән шөғөлләнеүсе Европалағы иң ҙур ижтимағи ойошма. Ул бушлай хеҙмәт, матди ярҙам күрһәтә, техник ҡорамалдар менән тәьмин итә, шул рәүешле кешеләрҙең тормошон еңеләйтә, уларға үҙаллылыҡ бирә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий