четверг, 5 сентября 2013 г.

Орадуралағы хәрби енәйәттәрҙе яңынан тикшерәләр.




Франция һәм Германия лидерҙарының  1944 йылда нацистар 642 кешене, шул иҫәптән 207 баланы юҡ иткән “ғазап кисергән ҡала” Орадур-сюр-Гланда булыуы хәрби енәйәттәр өсөн яуаплылыҡ мәсьәләһен йәнә күтәрҙе.
Фажиғә урынында булған тәүге немец президенты Йоахим Гаук күп кеше үлтереүселәрҙең әле булһа суд алдына баҫмауына көйөнөүен белдерҙе. Әммә тәфтиш эше дауам итә.
Немецтарҙың Дортмунд ҡалаһы прокуроры һәм тәфтиш төркөмө башлығы Андреас Бредель ошо йыл аҙағына уҡ ғәйепләү белдерә алыуҙарына ышана.
 “Француз полицияһы ярҙамында ғинуарҙан алып июнгә ҡәҙәр шаһиттарҙан мәғлүмәттәр алыуға ирештек. Орадурҙағы ваҡиғалар яйлап күҙ алдына баҫа, яңы мәғлүмәттәр өҫтәлеп тора,-” тине Бредель.
Яңы тәфтиш эше 2 йыл элек башланғайны. Шик аҫтына алыныусылар- алтау, уларҙың өсәүһе йәштәренең бик оло булыуы, һаулыҡтары ҡаҡшауы сәбәпле суд алдына баҫа алмаясаҡ.




Комментариев нет:

Отправить комментарий