пятница, 6 сентября 2013 г.

Ватикан Сүриәләге ҡанлы һуғыштарға ҡаршы.


Ватикан көнбайыш илдәрен Сүриәгә хәрби һөжүмдән баш тартырға һәм, көрсөктән сығыу өсөн, тыныс юлды һайларға өгөтләй.  Рим папаһы Франциск Петербургтағы “Ҙур егерме” саммитында ҡатнашыусыларға ҡанлы һуғышты булдырмауҙы һорап хат ебәрҙе. Ә Изге Престолдың сит ил эштәре министры Доминик Мамберти шаршамбы Ватиканда аккредитацияланған 70 илсене йыйҙы һәм Рим-католик сиркәүенең Сүриәгә һөжүм яһауға ҡырҡа ҡаршы булыуын белдерҙе.
2003 йылда Иракты бомбаға тотоуға Иоанн Павел II тәүәккәл рәүештә ҡаршы сыҡҡайны- яңы папаның эшмәкәрлеге күптәргә шуны иҫкә төшөрҙө.
Ул операцияның әсе емештәрен, илде ҡаҡшатыуын иҫтә тотоп, Ватикан мөмкин булған бөтә сараларҙы ла ҡулланырға, шәмбе көн һуғышҡа ҡаршы масштаблы глобаль ғибәҙәт ҡылыу ойошторорға ҡарар итте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий