пятница, 6 сентября 2013 г.

Көньяҡ Корея “Фукусима”балығын индереүҙе тыйҙы.


Көньяҡ Корея, Фукусиманы ла индереп, Японияның 8 префектураһынан балыҡ ризыҡтарын индереүҙе тыйҙы. Хатта радиация контролен үткән балыҡтарҙы импортлау ҙа рөхсәт ителмәй.
Сеулды радиоактив һыуҙың ағып сығыуынан бигерәк Токионың ҡаршылыҡлы мәғлүмәттәр биреүе борсой:
“Беҙҙең хөкүмәт шундай ҡарар ҡабул итте, сөнки, Япония биргән мәғлүмәттәргә генә ҡарап, хәүеф кимәлен билдәләү мөмкин түгел.”
Япония күршеләренең был ҡарарына үкенес белдерҙе һәм бындай мәсьәләләргә Сеул фәнни ҡараш булдырһа ине тигән теләген еткерҙе:
“Атом һәләкәтенән һуң, беҙ хәүефһеҙлекте донъяның иң юғары стандарттарына нигеҙләнеп тәьмин итәбеҙ, шул иҫәптән экспортҡа киткән аҙыҡ-түлек өҫтөнән ентекле экспертиза һәм контроль булдырғанбыҙ.”
Атом электр станцияһындағы һәләкәттән һуң, Рәсәйҙе лә индереп, байтаҡ илдәр Япониянан ауыл хужалығы һәм балыҡ ризыҡтарын индереүҙе тыйҙы, был айырыуса Фукусимаға йәнәш торған региондарға ҡағыла.


Комментариев нет:

Отправить комментарий