понедельник, 9 сентября 2013 г.

Румынияла бәхәсле закон проектына ҡаршы сығалар.


Бухареста меңләгән кеше хөкүмәттең бәхәсле закон проетын раҫларға ҡарар итеүенә йәнә ҡаршы сыҡты. Ул Рошия Монтанэ янында Канаданың Gabriel Resources компанияһына проектты тормошҡа ашырырға рөхсәт итә. Властарҙың әйтеүенсә, проект милли мәнфәғәттәргә яуап бирә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлаусылар уға ҡаршы сыға.

“Алдан уйланылмаған ҡаршылыҡ акцияһы был. Миңә ундай акциялар оҡшай. Бында йәштәр йыйылған. Улар менән хәйләләшергә ярамай,-”ти акцияла ҡатнашыусы.


Проект буйынса бер нисә йыл инде бәхәстәр бара. Закон проектына ярашлы, дәүләт, рудникты төҙөү башланғас, акцияларҙың 25 процентына эйә буласаҡ. Эшһеҙ шахтерҙар проектҡа ҙур өмөт бағлай. Райондағы эштәр 2016 йылдың ноябрендә башланып китеүе ихтимал.

Комментариев нет:

Отправить комментарий