вторник, 10 сентября 2013 г.

2020 йылғы йәйге Олимпия уйындары Японияла буласаҡ.


Буэнос-Айрестағы Халыҡ-ара Олимпия комитеты сессияһында йәшерен тауыш биреү һөҙөмтәһендә Токио 2020 йылдағы йәйге Олимпмия уйындарының баш ҡалаһына әйләнде. 

Японияла был хәбәрҙе шатланып ҡабул иттеләр. Премьер-министр Синдзо Абэ ҡыуаныслы хәбәрҙе бөтә ил халҡына еткерҙе, Стамбул һәм Мадридты лайыҡлы ярышташтар, тип атаны. 

Токиолағы иртәнге гәзиттәрҙе кемуҙарҙан һатып алдылар.

“Еңеү беҙҙең ҡулда! Әгәр был юлы еңә алмаһаҡ, Токиолағы Олимпиаданы бер ҡасан да күрә алмам, тип ҡурҡҡайным. Бик тә шатмын. Гәзит һатып алыр өсөн, килеп еткәнсе йүгерҙем,-”ти Токио кешеһе.

Финалда Япония баш ҡалаһы 60 тауыш йыйҙы, Стамбул- 36. Стамбулда йыйылған халыҡ Олимпия уйындарын үҙҙәрендә үткәреү хоҡуғына эйә булырҙар, тип өмөтләнгәйнеләр, әммә өмөттәре аҡланманы- Стамбул еңелде.

“Мин быға  бик көйөндөм. Стамбул- гүзәл ҡала. Ул, бөтә Төркиә һымаҡ, Олимпия уйындарын үткәрергә лайыҡлы. Япония еңде. Стамбулдың еңелеүе һәйбәт түгел, әлбиттә,-”ти төрөк егете.

Ҡала халҡы майҙандағы япондарҙы ҡотланы.

Еuronews хәбәрсеһе Бора Байрактар:


“Стамбулдың өмөттәре аҡланманы, тик ул бирешмәй. Ҡала халҡы киләһендә еңеү улар яғында булыр тигән өмөт менән таралды.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий