вторник, 10 сентября 2013 г.

Дамаск химик ҡоралды халыҡ-ара контроль ҡарамағына тапшырырға риза булды.


Рәсәйҙең химик ҡоралды халыҡ-ара контроль ҡарамағына тапшырыу инициативаһын Сүриә хөкүмәте хупланы. Дамаск рәсми рәүештә уны тормошҡа ашырырға ризалыҡ бирҙе. Күҙәтеү яһаусыларҙың фекеренсә, Сүриә президенты Асадтың ҡарары көс ҡулланыу яғында тороусыларҙың позицияларын йомшартасаҡ.

Мәскәүгә килгән Сүриәнең сит ил эштәре министры Вәлит Мөғәллим шуны иҫкә төшөрҙө: дүшәмбе ул Рәсәйҙең сит ил эштәре башлығы Сергей Лавров менән бик һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр алып барған. “Кисенә үк, Америка агрессияһына аяҡ салыу өсөн, беҙ Рәсәй инициативаһы менән килештек,-“тип белдерҙе ул.

Комментариев нет:

Отправить комментарий