среда, 11 сентября 2013 г.

Прагала срогы сыҡҡан аҙыҡ-түлек менән бушлай һыйлайҙар.


Шишәмбе көн Праганың Вацлав майҙаны срогы сыҡҡан аҙыҡ-түлек йәрминкәһенә әйләнде. Бында теләге булған бөтә кешене срогы сыҡҡан аыҡ-түлектән әҙерләнгән блюдолар менән һыйланылар. Чехословакия баш ҡалаһы халҡы һәм байтаҡ туристар, тартынып тормай, түҙемле генә сиратта тороп, үҙ өлөшөн алды.
Петр Хамцель, акцияны ойоштороусы:
 “Акция аҙыҡ-түлекте тәләфләүгә ҡаршы йүнәлтелгән. Ул турала әҙ һөйләйҙәр, ә бит был бөтә донъялағы мөһим проблема. Иҫәпләүҙәребеҙ буйынса, ашамлыҡтарҙың өстән бере, хатта яртыһы ташлана.”
БМО мәғлүмәттәре теүәлерәк- йыл һайын дөйөм хаҡы яҡынса триллион евро торған 1 миллиард 300 миллион тонна аҙыҡ сүплеккә ырғытыла, шуның 300 миллион тоннаһы ашауға яраҡлы. Был ашамлыҡтар менән Сахара тирәһендәге
..0. Африка илдәрен туйындырырға мөмкин булыр ине.
Әйтергә кәрәк, күп кенә ҙур сауҙа селтәрҙәре быны яҡшы аңлай һәм ҡулынан килгәнде эшләргә тырыша.
Катерина Писторова, супермаркет вәкиле:
”Беҙ Аҙыҡ-түлек банкы менән 2009 йылдан бирле хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Срогы сығырға торған косметиканы, аҙыҡ-түлекте ташламайбыҙ, мохтаждарға бирәбеҙ.”

Прагалағы Аҙыҡ-түлек банкы йыл һайын 120-180 тонна аҙыҡ-түлек йыя һәм ярлыларға, асарбаҡтарға ярҙам итеүсе хәйриә йәмғиәттәренә тарата.

Комментариев нет:

Отправить комментарий