среда, 11 сентября 2013 г.

Француздар Олландтың пенсия реформаһына ҡаршы.


Шишәмбе Францияның байтаҡ ҙур ҡалаларында пенсия системаһы реформаһына ҡаршы манифестациялар үтте. Социалистар хөкүмәте, тулы пенсия алыу өсөн, йыл ярымға- 43 йылға ҡәҙәр хеҙмәт стажын арттырыуҙы планлаштыра. Француздар быға риза түгел.
-Был мөмкин түгел. Беҙ хеҙмәт стажын элеккесә ҡалдырыуҙы талап итәбеҙ.
-Мин пенсия алдында торам, һаулығым ҡаҡшай башланы, ә хәҙер артабан элеккегә ҡарағанда ла күберәк эшләргә тура киләсәк.
-Фатирға түләр өсөн, мин эшләргә тейеш. Пенсия етмәй, түҙемлек бөттө.
Профсоюздарҙың мәғлүмәттәре буйынса, урамдарға кәм тигәндә 300 мең кеше сыҡҡан. Франсуа Олланд власҡа килгәне бирле пенсия системаһы реформаһына ҡаршы был тәүге ҡаршылыҡ акцияһы. 2010 йылда элекке президент Николы Саркози пенсия йәшен 62 йәшкә ҡәҙәр күтәрҙе- был уңдарҙың иң популяр булмаған реформаһы ине. Йыл ярым элек, һайлау алды барышында Олланд уны француздарҙың йәнен көйҙөргән был темаға ҡағылмаҫҡа саҡырғайны. Хәлдәрҙең хөртәйеүе пландарын үҙгәртергә мәжбүр итте- реформа үткәрелмәһә, 2020 йылға пенсия системаһы дефициты 20 миллиардҡа барып етәсәк.



Комментариев нет:

Отправить комментарий