вторник, 22 октября 2013 г.

АҠШ. 12 йәшлек уҡыусы уҡытыусыһын үлтергән.


Невада штатындағы Спаркс ҡалаһы мәктәптәренең береһендә 12 йәшлек малай математика уҡытыусыһын атып үлтергән һәм ике класташын яралаған. Уҡыусыларҙың береһенә кисекмәҫтән операция эшләнгән. Атыштан һуң, ҡала полицияһынан хәбәр итеүҙәренсә, малай үҙ-үҙенә ҡул һалған. Әле был ваҡиғаның сәбәптәре тикшерелә. Һәләк булған уҡытыусы, уҡыусыһының ҡулында ҡоралды күргәс, уны бирергә, хәүеф тыуҙырмаҫҡа саҡырған булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий