Һуңғы мәғлүмәттәр
буйынса, Волгоградтағы пассажир автобусы шартлау һөҙөмтәһендә, кәм тигәндә 5
кеше һәләк булған, 30-ҙан ашыу кеше тән йәрәхәттәре алған. Зыян күреүселәр
хәстәхананың травматология һәм хирургия бүлектәренә килтерелгән, бында уларға
кәрәкле ярҙам күрһәтелә. 8 кеше реанимацияла. Мәскәүҙән Волгоградҡа РФ-ның махсус
медицина ҡорамалдары һәм медиктары менән ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы самолеты
юлға сығырға әҙерләнә.
Тәфтиш комитеты вәкиле
белдереүенсә, автобуста үҙен-үҙе үлемгә дусар иткән ҡатынға беркетелгән ҡоролма
шартлаған, ул боевиктарҙың береһе менән гражданлыҡ никахында торған. Өс статья-
теракт, үлтереш һәм законһыҙ рәүештә ҡорал һатыу буйынса енәйәт эше асылған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий