вторник, 22 октября 2013 г.

Ҡытайса ахыры заман.


 XXI быуат ахыры заманыны, бәлки, шулайҙыр: дүшәмбе, Ҡытайҙың Харбин ҡалаһын ҡаплап алған ҡара һөрөм арҡаһында, 10 метрҙан бер нәмә лә күренмәне. Ҡала урамдарында һәм автотрассаларҙа юл хәрәкәте туҡтап ҡалды. Харбин властары балалар баҡсалары һәм мәктәптәре эшен туҡтатып торҙо. Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығышындағы был ҡалала килеп тыуған ауыр хәл тиҫтәләрсә авиарейсты кисектерергә мәжбүр итте.
Ҡаланың һауа таҙалығын контролдә тотоу станцияһы мәғлүмәттәре буйынса, дүшәмбе Харбин һауаһындағы зарарлы матдәләр Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау стандарттарынан 40 тапҡырға тиерлек артҡан. Кеше һаулығы өсөн айырыуса ҡурҡыныслы булған 2,5 микрон ҙурлығындағы өлөшсәләрҙең бер куб метрҙағы миҡдары 900 микрограмдан ашып киткән.
Белгестәрҙең фекеренсә, ҡара һөрөмдөң барлыҡҡа килеүе Харбинда һәм төньяҡ-көнсығыш Ҡытайҙа яғыу мәле етеү менән бәйле. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары таралыуына алып килгән ваҡ өлөшсәләр күмер яғып эшләүсе электр станциялары сығарып ташлаған ҡалдыҡтарҙа бар.
Хөкүмәттеке булмаған Health Effects Institute ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, эре ҡалаларҙың индустриаль үҫеше арҡаһында һауаның тейешле норманан артыҡ бысраныуы 2010 йылда ғына ла Ҡытайҙа миллион ике йөҙ мең кешенең ғүмерен киҫкән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий