понедельник, 21 октября 2013 г.

Француздар АНБ “ҡалпағы аҫтында.”


Француздарҙың “Монд”гәзитендә баҫылып сыҡҡан Эдвард Сноудендың сираттағы яңылығын Париж тыныс ҡына ҡабул итә алманы...Үҙенең сайтында баҫма АҠШ-тың Милли Именлек Агенствоһының бер ай эсендә француз граждандарының телефон аша 70 миллион һөйләшеүен тыңлауын хәбәр итте. Был мәғлүмәттән шаңҡып ҡалған Францияның сит ил эштәре министры Лоран Фабиус АҠШ-тың Париждағы илсеһе Чарльз Ривкинды аңлатма биреүен талап итеп саҡыртып алды:

“Беҙ июндә үк ул турала хәбәрҙар инек һәм кисекмәҫтән саралар күрҙек, ләкин, күреүемсә, был мәсьәләне ныҡлап хәл итеү тураһында уйларға кәрәктер. Партнер илдәр араһындағы бындай практика яраған эш түгел, ул шәхси тормоштоң тейелгеһеҙлеге хаҡындағы законды боҙа. Бындай эштең ҡабатланмауына беҙ инанырға тейеш.”


Баҫманың фекере буйынса, Сноудендың мәғлүмәттәре шуны раҫлай: терроризмға ҡыҫылышы булғандар менән бер рәттән юғары вазифалы кешеләр һәм эшҡыуарҙарҙың һөйләшеүҙәрен дә тыңлағандар. Өҫтәүенә үтә йәшерен PRISM программаһы сиктәрендә мәғлүмәтте һыу аҫтындағы бәйләнеш кабелдәренән туранан-тура “тотоп”алырға мөмкинлек биреүсе метод та ҡулланылған.

Комментариев нет:

Отправка комментария