200 йыл үткәндән һуң,
Саксония яландарында ике тиҫтә тирәһе илдең һалдаттары йәнә осрашты: 6 мең
реконструкторлаусы Наполеон Бонапарт, Алтынсы коалиция ғәскәрҙәренән – Рәсәй,
Пруссия, Австрия һәм Швециянан еңелеп, яулап алынған бөтә ерҙәрен ҡалдырып
китергә мәжбүр булған Халыҡтар һуғышын тергеҙҙе.
“Бөйөк милләт, герман милләте ошонда барлыҡҡа килде. Ғөмүмән, Наполеон
Ватерлоо янында еңелеүгә дусар булғас, бөтә Европала ҙур үҙгәрештәр булды.”
“Ҡайһы бер кешеләр шул
ҡәҙәр мауығып китә, уларҙы рәттәр араһынан алып сығырға тура килә- уларҙың йөҙҙәре
ҡыҙара, хатта медицина ярҙамы кәрәк була. Әммә был ғәҙәттән тыш сара, күптәр
унда ҡатнаша алыуына шат.”
Беренсе донъя һуғышына
ҡәҙәр Халыҡтар һуғышы кешелек тарихындағы иң масштаблы һәм иң аяуһыҙ һуғыш
булды.
“Был һуғыштың шул
ҡәҙәр рәхимһеҙлегенә, әҙәм балаларының шул ҡәҙәр күп ҡырылыуына ҡарамаҫтан,
кешелек бер нәмәгә лә өйрәнмәгән.”
Дүрт көн барған алышта
үлектәр һәм яралылар һаны 120 меңгә барып етә, шуларҙың 22 меңе рәсәйлеләр.
Һүрәттә һеҙ тәүгеләрҙән булып Парижға бәреп ингән "төньяҡ амурҙарын"-башҡорттарҙы күрәһегеҙ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий