понедельник, 21 октября 2013 г.

Иосип Броз Титоның ҡатыны вафат булды.


Сербияла 89 йәшенә киткәндә, элекке Югославия лидеры Иосип Броз Титоның тол ҡатыны Йованка Броз вафат булды. 1980 йылда ире вафат булғандан һуң, ул халыҡ араһында бер ҙә күренмәне тиерлек. Август аҙағынан алып, ул дауаханала ятты. Үлеменең сәбәбе, врачтарҙың һүҙҙәре буйынса, йөрәге туҡтауҙан. Йованка Брозды, үҙе әйтеп ҡалдырғанса, Белградтағы “Сәскәләр йорто”нда, иренең мавзолейында ерләүҙәре ихтимал.

Комментариев нет:

Отправка комментария