понедельник, 21 октября 2013 г.

Ҡытай: йәнле брелоктар һатыла.


Пекин ҡош баҙары буйлап йөрөп әйләнәйек. Бында төрлө-төрлө декоратив балыҡтар, ташбаҡалар, саламандралар, тәлмәрйендәр, креветкалар һатып алырға мөмкин. Улар һауа тултырылған целофан ҡапсыҡтарҙа һатыла. Ҡот осҡос факт: буялған һыу эсендәге был йән эйәләре -брелок.
“Көн һайын мин шундай 50 брелок һатам,-”тип маҡтана урам һатыусыһы.
“Балам һорағас, мин берәүһен һатып алдым,-”ти хәстәрлекле әсә.
Һатыусыларҙың раҫлауынса, һыуға туҡлыҡлы матдәләр өҫтәлгән, шулар менән туҡланып, бәләкәс кенә ташбаҡалар, балыҡтар бер нисә ай йәшәй ала. Әйткәндәре дөрөҫ булған хәлдә лә, кислород юҡлығы, ҡыҫынҡылыҡ уларҙы ыҙалатып һәләк итә.

ҠХР ҡануниәте буйынса бындай сауҙа тыйылмай, йәнле брелоктар легаль рәүештә һатыла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий