среда, 23 октября 2013 г.

Amnesty International АҠШ-ты кешелеккә ҡаршы енәйәттәрҙә ғәйепләй.


Amnesty International хоҡуҡ һаҡлаусылары АҠШ-ты Пакистандың тыныс граждандарын махсус рәүештә үлтереүҙә ғәйепләүсе отчет баҫтырып сығарҙы. Һүҙ дрондарҙы- пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланыу хаҡында бара. Amnesty хәҙмәткәрҙәре 2012-2013 йылдарҙағы билдәле 45 һөжүмде анализланы һәм ул операцияларҙың ҡайһы берҙәрен кешелеккә ҡаршы енәйәт тип квалификацияларға мөмкин булыуын белдерҙе. Хоҡуҡ һаҡлаусылар һөжүмдәр арҡаһында ике ейәне менән 68 йәшлек ҡарсыҡтың, Афғанстан менән сиктәш ауылда эштән һуң киске аш ашап ултырған эшселәрҙең һәләк булыуын миҫал итеп килтерҙе.
Мостафа Кадри, Amnesty International вәкиле:
“Иң тәүҙә АҠШ был кешеләрҙең ни өсөн үлтерелеүен аңлатып бирергә тейеш. Улар ябай граждандар ине. Суд органдары үҙ һүҙен әйтергә, туғандары компенсация алырға, ә был һөжүм өсөн яуаплы кешеләр менән тәфтишселәр шөғөлләнергә тейеш.”
Amnesty international доклады Вашингтонға Пакистан премьер-министры Науаз Шәриф килер алдынан баҫылып сыҡты. Барак Обама президентлығы осоронда Пакистан лидерының АҠШ-ҡа тәүге килеүе. Һөйләшеүҙәр барышында Америка дрондарын ҡулланыу мәсьәләһе лә күтәрелер тип көтөлә.


Американлыларҙың пилотһыҙ осоу аппараттар ҡулланыуы Пакистан йәмәғәтселеген бик борсой. Илдең ҙур ҡалаларында, ил территорияһына һауанан һөжүм яһауға сик ҡуйыуҙы талап итеп, халыҡ урамдарға ҡаршылыҡ акцияларына сыға.

Комментариев нет:

Отправить комментарий