среда, 23 октября 2013 г.

Венгрияла Роберт Капаның йөҙ йәшен билдәләйҙәр.


Икенсе донъя һуғышын үткән хәрби фотографиялар классигы. Венгрия йәһүде. Хемингуэй менән Стейнбектың дуҫы. Будапешттың милли музейында Роберт Капаның, йәғни тыумышы буйынса Андрей Фридмандың 100 йәшенә бағышлап күргәҙмә асылды.
1936 йылда, Павший солдатфотоһы арҡаһында, ул танылыу яулай. Роберт Капа уны Испаниялағы граждандар һуғышы осоронда төшөрә.
Һуғышты һөнәре итеп алһа ла, ул уны күрә алмай, шуға күрә лә берҙән-бер көндө эшһеҙ ҡалыу хаҡында хыяллана.
Эва Фисли, күргәҙмәнең кураторы:
“Ҡурҡыу тигән нәмә һәр кемдә лә бар, әммә иң мөһиме- һеҙ ул ҡурҡыу менән нимә эшләйһегеҙ, уны ҡайһы яҡҡа йүнәлтәһегеҙ. Икенсерәк әйтергә лә мөмкин: насар кәрттәр эләкһә, һин нисек уйнайһың. Кәрт таратҡанда уңыш һине урап үткән хәлдә лә еңеп сығырға мөмкин бит әле.”
Күргәҙмәләге фотоларҙы Венгрия хөкүмәте 2008 йылда АҠШ коллекция йыйыусыларынан һатып ала. Экспозицияла 160 фотоһүрәт. Роберт Капа- кеше, хәрби фотограф, журналист һәм герой. Бында уның автографтары, хаттары, камералары.
Иң һәйбәт хәрби фотограф репутацияһы һәм 70 мең негатив- бына шулар Роберт Капаның дөйөм мираҫы.
Андреа Хайагос, “Евроньюс”:
“Әгәр һинең фотоларың яҡшы килеп сыҡмай икән, тимәк һин бик үк яҡын килмәгәнһең,-”тип әйтергә ярата ине Роберт Капа. Хеҙмәтенә шундай мөнәсәбәте уға уңыш яуларға мөмкинлек бирә, әммә үлеменә лә сәбәпсе була: Роберт Капа Вьетнамда минаға эләгеп һәләк була.


Комментариев нет:

Отправить комментарий