вторник, 1 октября 2013 г.

Греция нацистарға ҡаршы закон әҙерләй.


Греция хөкүмәте расистарға һәм неонацистарға ҡаршы йүнәлтелгән, шулай уҡ экстремистик фирҡәләрҙе финанслауҙы тыйыусы закон проекттарын әҙерләй. Күҙәтеүселәр был сараларҙың “Алтын таң” неонацистик фирҡәһенә ҡаршы йүнәлтелеүенә шикләнмәй, фирҡәнең бер ағзаһы музыкант-антинацисты үлтереүҙә шик аҫтына алынған.
Греция хөкүмәтенең вице-премьеры Евангелос Венизелос:
Демократия үҙенең дошмандарын финанслай алмай. Фирҡә эсендә енәйәтсел ойошма бар икән, финанслау тураһында һүҙ барғанда, санкциялар ҡулланырға кәрәк. Үҙ-үҙеңде нацистарса тотоу һәм нацизм тыуҙырған көс ҡулланыуҙар- иҡтисади көрсөк эҙемтәһе тип уйлау ҙур хата.”
Ошо аҙнала “Алтын таң” башлығы Николаос Михалолиакосҡа һәм уның иптәштәренә енәйәти ойошма төҙөүҙә ғәйепләү белдереләсәк. Уларҙы шәмбе ҡулға алғандар. Фирҡә лидерҙары музыкантты — рэпер Павлос Фиссасты үлтереүгә үҙҙәренең ҡыҫылышы булыуын инҡар итә.

Был енәйәт бөтә Грецияла антифашистик демонстрациялар башланып китеүгә сәбәпсе булды. “Алтын таң” фирҡәһе ағзаларына әлегә ғәйепләү ҡарары сығарылмаған, әммә, политологтарҙың фекеренсә, фирҡә илдә өсөнсө урында торған сәйәси көс титулын юғалта бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий