вторник, 1 октября 2013 г.

Сүриә сит ил эштәр министры: был- граждандар һуғышы түгел, ҡораллы бандиттар менән көрәш.


Сүриә Химик ҡоралды тыйыу конвенцияһын тулыһынса үтәргә әҙер -дүшәмбе БМО Генераль ассамблеяһы трибунаһынан сығыш яһап, был турала Сүриә сит ил эштәре башлығы Вәлит Мөғәллим белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, ағыулы газдарҙы Сүриәлә террористар ҡулланған, был хәүефле матдәләрҙе улар Көнбайыштың ҡайһы бер илдәренән һәм региондан алған. Мөғәллим йәнә шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алды: әгәр оппозицияны яҡлаусы илдәр экстремистарҙы ярҙам итеүҙән туҡтамаһа, сәйәси яйға һалыу килеп сыҡмаясаҡ.
“Илемдә “Әл-Ҡаиҙә”гә ҡаршы булған тыныс халыҡ көн һайын һәләк була. Беҙ үҙебеҙ БМО-ның тикшереү үткәреүен, химик ҡоралды ҡулланыуҙа ғәйепле булғандарҙы табыуын һораныҡ,-” тип белдерҙе министр һәм илдә граждандар һуғышы бармауын, ә ҡораллы бандиттар менән алыш барыуын әйтте.

Бынан алда Сүриә президенты Бәшәр Асад Италия телеканалдарының береһенә биргән интервьюһында Сүриә армияһының конфликт барышында химик ҡоралды бер тапҡыр ҙа ҡулланмауын һәм властарҙың тап баш күтәреүселәр уны ҡулланыуын иҫбатлай алыуҙарын белдерҙе. Оппозиция һәм уны яҡлаусы сит ил дәүләттәре хөкүмәт көстәрен химик һөжүм яһауҙа ғәйепләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий