вторник, 8 октября 2013 г.

АҠШ: мәжбүри эшһеҙлек теләктәшлек тыуҙырҙы.


АҠШ-тағы финанс көрсөгө хыялланған туй тантанаһынан уларҙы мәхрүм итте, әммә ватандаштарының йомартлығы арҡаһында был пар йәкшәмбе көн туйҙарын үткәрә алды. Джой Миллер һәм Адам Браун, тантананы үткәреү өсөн, Йосемити милли паркын һайланы, ә ул, дәүләт финанслаған башҡа объекттар һымаҡ, дүшәмбе ябылды.
“Дүшәмбенән Йосемити ябыласағын белгәс, ә беҙҙең туй йәкшәмбе булырға тейеш ине, мин ике көн буйы иланым,- ти Джой Миллер.-Ике көн рәттән. Бик ҡыйын булды.”
“Мин тәүҙә нимә уйларға ла белмәнем, шаңҡып ҡалдым,- тип өҫтәй Адам Браун,-бының кәләшем өсөн үтә лә мөһим икәнлеген белә инем бит. Беҙ йыл буйы пландар ҡорҙоҡ, байрам үткәреү өсөн аҡса йыйҙыҡ.”
Адам һәм Джой, 85 ҡунағын урынлаштырыу өсөн, парктағы ҡунаҡханаға 15 мең доллар күсергән. Был аҡсаларҙы иһә кире алыу мөмкин түгел. Шулай ҙа ваҡиға һәйбәт тамамлана.
Калифорния киң мәғлүмәт саралары ул турала яҙып сыҡҡас, ярҙам итергә теләүселәр табыла. 10-15 мең доллар торған тантана залын уларға бушлай бирәләр. Зал хужабикәһе, йәштәрҙән бер цент та алмайынса, 48 сәғәт эсендә барыһын да үҙе ойоштора:
“Минең уйымса, беҙҙең илебеҙҙе аманат итеп тоталар. Республиканлылар, халыҡты арзан медицина ярҙамынан мәхрүм итеү өсөн, барыһына ла әҙер. Әммә мин шуға ғорурланам: Джой кеүектәр ауыр хәлдә ҡалһа ла, демократтар баш эймәй. Беҙ үҙ позицияларыбыҙҙа ҡалабыҙ һәм үҙебеҙҙе ҡурҡытырға мөмкинлек бирмәйәсәкбеҙ.”
Кешеләр араһындағы теләктәшлектең йәнә бер миҫалы: илдең икенсе мөйөшөнлә, Вашингтон тәм-том магазинында, 1 октябрҙән түләнмәй торған отпускаға ебәрелгән дәүләт хеҙмәткәрҙәрен пирожныйҙар менән бушлай һыйлайҙар.
“Был ауыр заманда һиңә теләктәшлек күрһәтеүҙәре, ҡайғыңды уртаҡлашыуҙары ифрат та шәп. Һәр кемдең тормошонда ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар бар, ҡыйын саҡта эргәңдә ярҙам ҡулы һуҙырҙай кешеләр булыуы ҡыуаныслы.”
Мәжбүри эшһеҙлеккә илдәге миллон самаһы хеҙмәткәр дусар булған. Шуларҙың күптәре Вашингтонда, сөнки бында иң ҙур эш биреүсе- федераль хөкүмәт урынлашҡан.


Комментариев нет:

Отправить комментарий